Шоңҡарсылар яңы уҡыу йылына планлаштырылған саралар хаҡында әңгәмәләште, яңы маҡсаттар билдәләне. Берекмәгә өҫтәлгән яңы йәш көстәр – 1 курс студенттарын Рәмзиә Дәүләтҡол ҡыҙы Мостафина “Шоңҡар”ҙың данлы тарихы һәм бөгөнгө эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Факультетыбыҙға быйыл да ижадты , әҙәбиәтте яратҡан бихисап йәш һәләттәр уҡырға ингән. Улар менән социаль селтәрҙәрҙә таныштырып барасаҡбыҙ. Дуҫтар, студент йылдарығыҙ ҡыҙыҡлы һәм иҫтәлекле үтһен тиһәгеҙ, шиғриәткә ғашиҡ шоңҡарсылар рәтенә ҡушылырға саҡырабыҙ. Беҙ һеҙҙе киләһе ултырыштарыбыҙҙа, сараларыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ!