Конференцияла декандың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары, доцент Рәмилә Санъярова, башҡорт әҙәбиәте һәм ватан һүҙ сәнғәте кафедраһы мөдире, профессор Гөлфирә Гәрәева, доценттар Фәнилә Салауатова менән Илшат Янбаевтар ҡатнашты, практиканың барышы, ойоштороу үҙенсәлектәре, һөҙөмтәһе һәм әһәмиәте буйынса үҙ фекерҙәрен еткерҙе.
Студенттарыбыҙ был сәфәр барышында тупланған материалдарҙан күргәҙмәле, сағыу китапсыҡтар әҙерләп, факультетыбыҙҙың фольклор фондына тапшырҙы. Һәр төркөм вәкиле үҙҙәре өсөн мөһим, иҫтәлекле саранан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Улар йәйге экспедициянан бик шат һәм ҡәнәғәт ҡайтыуҙарын белдерҙе.