Сараны Яҙыусылар берлегендә эшләп килгән Йәштәр советы ойошторған ине.
Байрамда төрлө быуын шағирҙарының башҡорт һәм рус телдәрендә шиғырҙары, ҡурай моңо яңғыраны.
Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов тантаналы сараны асып: “Беҙ айырыуса йәштәргә иғтибар бүлергә тырышып, уларҙы бөгөнгө сарала ҡатнашырға саҡырҙыҡ, әҙәбиәтебеҙгә, ижадҡа битараф булмаған йәштәрҙең булыуы ҡыуандыра”, тине, шоңҡарсыларҙы китаптар менән бүләкләне.
Йәш ижадсылар ҙа буш ҡул менән килмәне, сәхнәлә Миләүшә Кейекбирҙина, Ләйсән Сәйетғәлина, Батыр Ғүмәров шиғырҙары яңғыраны.
Сарала ҡатнашыусылар фойела Өфөнөң йәш рәссамдары ижадынан ойошторолған күргәҙмә менән танышты. Шоңҡарсылар шиғриәт байрамынан мул рухи аҙыҡ алып, байрам сәйенән дә ауыҙ итеп, йылы тәьҫораттар менән ҡайтты.