Top.Mail.Ru
Милли бейеү көнө: «Йәшлек» ансамблен ҡотлайбыҙ!
Бөгөн Башҡортостанда Милли бейеү көнө билдәләнә — был айырым бер байрам, унда халыҡ мәҙәниәтенең йөрәге, рухы һәм көсө сағыла.
Милли бейеүҙәр — беҙҙең тарихыбыҙҙың, ҡиммәттәребеҙҙең һәм хәтеребеҙҙең тере тасуиры: һәр хәрәкәттә, һәр ритмда үткән быуындарҙан килгән хәбәр яңғырай, йөрәктәге тойғолар һүҙһеҙ генә һөйләнә.

Факультеттың «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле — нәзәкәт, зауыҡ, ғәм һәм рух бөркөлөп торған төркөм; ул УУНиТ-тың айырым бер йөҙө, матурлыҡ һәм саф рух символы. Ансамбльҙың һәр сығышы — бер ғүмерҙең бер миҙгеле кеүек: бер үк ваҡытта ҡыҙыу һәм тыныс, көслө һәм нәфис, тамашасы менән ҡабатланмаҫ сәхнә теле аша һөйләшә. Коллективтың репертуарында милли бейеүҙәр генә түгел, ә төбәктәш халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын сағылдырған постановкалар ҙа бар; шуның арҡаһында ансамблдең ижади эҙләнеүе киңерәк һәм байыраҡ күренә.

«Йәшлек» ансамбленең етәкселәре — Наҙгөл Исхаҡова һәм Айҙар Исхаҡов — үҙҙәренең белеме, ихласлығы һәм оҫталығы менән йәштәрҙе милли рухҡа һәм юғары оҫталыҡҡа өйрәтә, коллективтың сығыштарын юғары кимәлдә тәьмин итә. Уларҙың эше — бейеүгә өйрәтеү генә түгел, ә һәр хәрәкәт артында торған тарихты, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, риүәйәттәрҙе һаҡлау һәм был мираҫты яңы быуынга еткереү.

«Йәшлек» ансамблен Милли бейеү көнө менән ҡотлайбыҙ һәм уларға яңы сығыштар, яңы еңеүҙәр, республика һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге фестивальдарҙа лайыҡлы танылыу теләйбеҙ. Ансамблдең һәр бейеүе тамашасының күңелендә яңы бер нур ҡалдырһын, йөрәктәргә илһам бирһин.
21.10.2026
Контакты
+7 (347) 273-82-72
г. Уфа, ул. Заки Валиди, 32,
главный корпус, каб. 420
Made on
Tilda