Top.Mail.Ru
«Урал батыр» йәш сәсәндәр мәктәбе яңы көстәр менән тулыланды!
Бөгөн «Урал батыр» мәктәбенә яңы ағзалар ҡабул итеү һәм таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһы үтте.
Байрам барышында 2025–2026 уҡыу йылында башҡарылған эштәргә, үткәрелгән сараларға йомғаҡ яһалды: мәктәп ағзалары, университет һәм республика кимәлендәге төрлө сараларҙа ҡатнашып, милли йолаларҙы өйрәнеүгә, туған телде ҡәҙерләүгә, һаҡлауға йүнәлтелгән мөһим эштәргә үҙ өлөшөн индерҙе.

Сара тәрән мәғәнәле шиғырҙар, күңел ҡылдарын тирбәтерлек моңло йырҙар, ҡурай һәм думбыра моңдары менән үрелеп барҙы.
«Урал батыр» мәктәбенә ҡабул ителгән студенттарҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә уңыштар, өр-яңы еңеүҙәр, үрҙәр яулауығыҙҙы теләйбеҙ!
19.11.2026
Контакты
+7 (347) 273-82-72
г. Уфа, ул. Заки Валиди, 32,
главный корпус, каб. 420
Made on
Tilda